Songteksten

Күккә ынтылам
Яныңа ашығам!
Һәр ҡарашыңды
Тағы ла һағынам!
Күккә
 
Яҙмыш көтә мине, алыҫ яҡтарҙа
Ҡайҙа инде, бала сағым йылдары
Тәүге мөхәббәт, тәүге осрашыу
Тәүге һынауҙар, тәүге айрылыу
 
Үтә айҙар, айрылыу
Һирәк хаттар, айрылыу
Булған хыялдарға
Яуҙы ҡарҙар!
 
Иҫкә төшә тәүге минуттар, йылы кистәр!
Ҡулға ҡул үткән көҙгө урамдар. мөхәббәтле!
Яҡты, изге беҙҙең яҙмыштар, хистәреңде!
Уҡыйым ҡараштан, яна уттар! яна уттар!
 
Күккә ынтылам
Яныңа ашығам!
Һәр ҡарашыңды
Тағы ла һағынам!
 
Күккә ынтылам
Яныңа ашығам!
Һәр ҡарашыңды
Тағы ла һағынам!
Күккә...
 
Еңел булмай шул, мин уны беләм
Кәрәкле юлын, барыбер табам
Моңло тауышың, һаман да иҫтә
Көнөн - төнөн дә, сыҡмайһың уйҙан
 
Кәмей мөхәббәт уты
йылы китә йәндән
Ҡатты йөрәк, ҡотҡара тик
Биргән һүҙең
 
Тәүге мөхәббәт, тәүге осрашыу
Тәүге һынауҙар, тәүге айрылыу
Сикһеҙ мөхәббәт, яҙмыш нурҙары
Ул һылыу миңә, тағы осраны
 
Күккә ынтылам
Яныңа ашығам!
Һәр ҡарашыңды
Тағы ла һағынам!
 
Күккә ынтылам
Яныңа ашығам!
Һәр ҡарашыңды
Тағы ла һағынам!
Күккә...
Written by: Азат Худайгулов
instagramSharePathic_arrow_out