Songteksten

Һайт тигән булаһың, тайт тигән булаһың
Үҙең ныҡ оялаһың, үҙең бик йылмаяһың!
Кил янға, һин торма, бергә күңел асырға
Һине генә мин көтәм, янда, һәр саҡ бул!
 
Йылы һүҙҙәрең күңелемде йылыта
Яҡтыраң яҡтыраҡ төнгө йондоҙҙарҙан
Хәр бер йылы ҡарашың минең яғыма
Утлы уҡтай, йөрәгемә ҡаҙала!
Бөтәһен хәл итербеҙ, тик һин бул янда
Беҙҙең мөхәббәт тарихы әле саҡ башлана
Һине генә һағынам, минең йәнем!
Һайт тигән булаһың, тайт тигән булаһың
Үҙең ныҡ оялаһың, үҙең бик йылмаяһың!
Кил янға, һин торма, бергә күңел асырға
Һине генә мин көтәм, янда, һәр саҡ бул!
 
Һин минең ҡошом, ә мин күк йөҙөң
Осайыҡ әйҙә бергәләп көнөн дә төнөн!
Һин йылмайғанда, мин дә бәхетле
Булайыҡ берҙәм, мөхәбәтле мәңге!
Онотмайыҡ һаҡлайыҡ ошо хистерҙе
Яратам, көтәм, түҙәм әлбиттә тик һине
Һине генә һағынам, минең йәнем!
Һайт тигән булаһың, тайт тигән булаһың
Үҙең ныҡ оялаһың, үҙең бик йылмаяһың!
Кил янға, һин торма, бергә күңел асырға
Һине генә мин көтәм, янда, һәр саҡ бул!
Written by: Азат Худайгулов
instagramSharePathic_arrow_out