Topsongs van Азат Худайгулов
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Азат Худайгулов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Азат Худайгулов
Songwriter:in
Songteksten
Гөлдәр сәскә атты йөрәгемдә,
Әлбиттә һин, әлбиттә йәнемдә,
Лайыҡ булдым һинең менән танышырға, аралашырға, тик ошо ерҙә.
Сер итеп кенә әйтәм – һин минең йөрәгемдә.
Ә тағы нимә әйтәргә, ҡарап һинең яҡты күҙҙәреңә?
Яныма ҡасан һин сыға саҡһың,
Тотоп алып ҡына ҡаса саҡмын,
Хаталар булды, хәҙер аңланым,
Ғүмер туҡтаны, ҡайҙа барайым.
Яҙҙым күпме хаттар, яуап ҡайтаһың,
Күпме мин һине эҙләнем, саҡ таба алғанмын,
Төштәргә керәң, беҙ унда бик бәхетле,
Уянып китәбеҙ айырым, ниңәлер.
Һаман да сыңлай һинең моңло тауышың,
Һаман да иҫтә күрешеүҙәр, танышыу.
Шул көндәге осрашыу юҡҡа түгелдер,
Яңғыҙ йөрөгәнсе, булайыҡ бәхетле беҙ!
Беҙҙең мөхәббәт уттары ул бер генә, сер генә,
Шуға ла көтәмен, түҙәмен, мин һәр саҡ эргәлә.
Бөтә хыялдарыңды тормошҡа ашырам,
Ошо һүҙҙәр менән иртән торам, йоҡларға ятам!
Written by: Азат Худайгулов