Topsongs van Азат Худайгулов
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Азат Худайгулов
Künstler:in
ReeDan
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Азат Худайгулов
Songwriter:in
Ридан Хакимов
Songwriter:in
Songteksten
Ниндәй генә күңелдә яра ҡалдырһаң да,
Ниндәй генә эҙҙәр хәтерҙә уйылып ҡалһа ла,
Тоғро тотамын юлды һинең янға,
Тағын юлдар, тағын һыуыҡ елдәр арала булһа ла.
Күңелем тыныс, тик бәхетле түгелмен,
Урап сыҡһам да бар донъяны яныңа килермен.
Шундай һөйкөмлө оялып тораһың янымда,
Ғәфү ит, йөрәгем бит һине генә ярата!
Әйтер һүҙемде тыңла һылыуым,
Һин бит миңә бик ныҡ оҡшайһың!
Беҙҙең арала бер нәмә булмай, тип һин әйтәһең,
Ныҡ янһа ла яҡты күҙҙәрең!
Мөхәббәт яралары йығып һалып та ҡуя
Ысын мөхәббәт булһа осоралыр һауаға
Һөйөүҙең серҙәрен кем генә икән белә
Ғашиҡ булыу менән башһыҙ ҡалып янына елә
Юҡ һүҙ матурлығындан
Көт түҙ китмә янымдан
Бергә булыу уйҙарынан кире ҡағып та ҡуйма
Ашығып башты юғалтып һөйөү менән шаярма
Written by: Азат Худайгулов, Ридан Хакимов