Songteksten

Уларҙың үткер һүҙе һоҡландыра күптәрҙе
Яңғырата бар сит илдәрҙе
Яғымлы ҡараштары нескә билле буй һыны
Әйләндерәләр бит баштарҙы
Моңло тауышы рухы үткер һүҙле булыуы
Һоҡландыра хатта көслө булыуы
Үҙ халҡының ҡыҙҙары милләттең ғорурлығы
Кәрәкмәй хатта көмөш алтындары
Һай аҫыл минең илемдең ҡыҙҙары
Намыҫлы итеп үҫтерәбеҙ уларҙы
Өҙҙөрөп тә баҫабыҙ ҙа матур булып ҡалабыҙ
Илемдең киләсәге булып
Йондоҙ булып балҡыйбыҙ
Рухлы булып үҫтем тыуған илемдә
Сит илдәрҙә йәшәһәм дә һөйләшәм үҙ телемдә
Яратам һоҡланам илемә тоғро ҡалам
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә милләтем тейеп янам
Тарихты хөрмәт итәм үҙ тамырымды беләм
Шәжәрәмде өйрәнеп балаларыма еткерәм
Рәхәтләнеп йәшәйем ата бабам ерендә
Ошо йырымды ишетһәң ҡушыл тиҙерәк әйҙә
Һин дә тик ятып ҡалма тыуған телеңде ярат
Башҡаларҙан өлгө алып мөхәббәтеңде тарат
Аҡыллы бул йор һүҙле бул зирәклектә бирешмә
Башҡалар беҙҙән көлә тип ялған һүҙ менән килешмә
Үҙ үҙеңде юғалтма милләтеңде онотма
Телеңдән һин оялып башҡалар кеуек булма
Беҙ йәшәйбеҙ Уралдың алтын көмөш ерендә
Халҡымдың ғорур балаһы булам мин үҙ еремдә
Һай аҫыл минең илемдең ҡыҙҙары
Намыҫлы итеп үҫтерәбеҙ уларҙы
Өҙҙөрөп тә баҫабыҙ ҙа матур булып ҡалабыҙ
Илемдең киләсәге булып
Йондоҙ булып балҡыйбыҙ
Written by: Ziliya Bahtieva
instagramSharePathic_arrow_out