Vergelijkbare songs
Songteksten
Арҡаларҙан арпа урайыҡ
Туғайҙарға төшөп ҡунайыҡ
Бер алманы бишкә бүләйек
Бер алманы бишкә бүләйек
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек
Һөйләгәндәр әй һөйләһен
Ишетмәгән кеше булайыҡ
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайыҡ
Был донъяның ҡәҙерен беләйек
Түңәрәк тә һай ҙур ялан
Ат уйнатам тиһәң тау яман
Ел йелләмәй ҡурай һелкенмәй
Ел йелләмәй ҡурай һелкенмәй
Бер йырламай йөрәк йелкенмәй
Бер алманы бишкә бүләйек
Беребеҙ өсөн беребеҙ үләйек
Айырылмаҫлыҡ дуҫтар булайык
Был донъяның ҡәҙерен беләйек
Written by: Public Domain