Songteksten

Туғайҙарҙа ҡоштар һайрай
Йәмле йәйге таңдарҙа
Кил иркәм таныш туғайға
Ҡоштар моңон тыңларға
Рәхмәтебеҙ ҙур Хоҙайға
Яңы тыуған көн өсөн
Бар кешеләр йәшәһендәр
Татып бәхет емешен
Һайрай ҡоштар йәнде наҙлап
Талдарға осоп ҡунып
Йөрәккә көс дәрт өҫтәйҙәр
Донъяны моңға күмеп
Рәхмәтебеҙ ҙур Хоҙайға
Яңы тыуған көн өсөн
Бар кешеләр йәшәһендәр
Татып бәхет емешен
Яҡты таңдарға һоҡланып
Серләшәйек тын ғына
Күңелдәрҙе нурландырһын
Һөйөү йыры моң ғына
Рәхмәтебеҙ ҙур Хоҙайға
Яңы тыуған көн өсөн
Бар кешеләр йәшәһендәр
Татып бәхет емешен
Written by: Шаймарданов Наиль Ахметович
instagramSharePathic_arrow_out