Topsongs van Раиль Уметбаев
Vergelijkbare songs
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Раиль Уметбаев
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Шамсерахмановна Рауфа Нурмухаметова
Songwriter:in
Songteksten
Наҙҙар алып яҙҙар килде
Өмөт бәхеттәргә төрөнөп.
Саҡрым ераҡ араларҙа
Ҡайтсы инде йәнем әйләнеп
Ҡасан күрәм инде һине
Һағындым бит бигерәк
Һағыштарға түҙмәс йөрәк
Ҡайт яныма тиҙерәк
Төштәргә юҡһынып керәһең
Үҙең дә һағынаһың буғай
Һандуғас та беҙҙе көтә
Шау сәскәҙәй беҙҙен туғай
Ҡасан күрәм инде һине
Һағындым бит бигерәк
Һағыштарға түҙмәс йөрәк
Ҡайт яныма тиҙерәк
Саф хистән торған мәхәббәт
Атылып йондоҙҙай һүнмәһен
Яҙмыш беҙҙе осраштырып
Йөрәктәребеҙҙә дөрләһен
Ҡасан күрәм инде һине
Һағындым бит бигерәк
Һағыштарға түҙмәс йөрәк
Ҡайт яныма тиҙерәк
Ҡасан күрәм инде һине
Һағындым бит бигерәк
Һағыштарға түҙмәс йөрәк
Ҡайт яныма тиҙерәк
Written by: Шамсерахмановна Рауфа Нурмухаметова