Songteksten

Көндәрем үтәләр
Йомғагын һүтәләр йылдарым
Көндө төндө һиҙмәй
Алға илтә мине юлдарым
Тормошом юлдары
Бурандары булһа ла
Дауылдары булһа ла
Өмөттәргә тулып
Алһыуланып ата таңдарым
Таңдарымды биҙәп
һандугастар һуҙа моңдарын
Ишетәһеңме иркәм
Коштар һайрай иртән күлдәрҙә
Алдағы юлдарҙы
Насип итһен бергә утәргә
Юлдарҙы үтәргә
Бурандарға карамай
Дауылдарға карамай
Өмөттәргә тулып
Алһыуланып ата таңдарым
Таңдарымды биҙәп
һандугастар һуҙа моңдарын
Written by: Шангареев Филюс Кадимович
instagramSharePathic_arrow_out