Songteksten

Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдең ҡамышы;
Таң алдынан сут-сут килә
Һандуғастар тауышы.
 
Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ағиҙелдә таң ата;
Таңдар ата, өҙөлә үҙәк,
Йырлата ла илата.
 
Ай, былбылым, вай, былбылым,
Ҡунып һайрай талдарға.
Һинең хаҡта серҙәремде
Асам һандуғастарға.
Written by: народная
instagramSharePathic_arrow_out