Songteksten

Башҡортостан
Беләм башҡорт ерендә
Батыр егеттәр тыуған
Беләм башҡорт ерендә
Милли рух көслө булған
Урал тау, Ағизелем
Аслы күлем, Ирәмәл
Һез минең йөрәгемдә
Йәнем түгел һезгә йәл
Башҡортостан, Башҡортостан
Батырзарзың төйәге
Башҡортостан, Башҡортостан
Бөйөк Рәсәй терәге
Башҡортостан, Башҡортостан
Ҡурайымдың моңдары
Башҡортостан, Башҡортостан
Атһын бәхет таңдары
Беләм башҡорт тарихын
Улар ҡурҡыу белмәгән
Беләм башҡорт тарихын
Ул башҡайын эймәгән
Яу сапҡан ул Парижға
Берлинға ла ул еткән
Әсәләр ул үстергән
Милли рух атай биргән
Башҡортостан, Башҡортостан
Батырзарзың төйәге
Башҡортостан, Башҡортостан
Бөйөк Рәсәй терәге
Башҡортостан, Башҡортостан
Ҡурайымдың моңдары
Башҡортостан, Башҡортостан
Атһын бәхет таңдары
Written by: Рамазанов Тимур Иргалиевич, Сафаргулова Наиля Абдулхаевна
instagramSharePathic_arrow_out