Topsongs van Тимур Рамазанов
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Тимур Рамазанов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Р. Агишев
Songwriter:in
Г. Шакирова
Songwriter:in
Songteksten
Уралымдың тарихында -
Сағылалыр булмышым,
Ата - бабалар ораны,
Тыуған Ерем тауышы.
Быуаттарҙың даръяһынан
Ошо көстө аламын,
Халҡымдың аҫыл улдарын,
Ырыуымды данлармын!
Ҙур көс минең ҡанымда,
Халҡымда,тарихымда,
Батырҙарҙың рухында
Заманалар булғандыр
Халҡым кәңәш ҡорғандыр,
Үҙ илен данлағандыр
Сал тарихҡа илтә йөрәк моңдары,
Мәңге яңғырай халҡымдың йырҙары,
Йыһандарға илтә йөрәк моңдары,
Мәңге яңғырай халҡымдың ораны!
Йөрәк түрендә йөрөтәм
Тыуған ерҙең тауышын,
Рухлы тамырҙарым аша
Тоям Ерҙең һулышын.
Үҙ еремдә баҫып торам
Данлы минең ырыуым,
Быуаттарҙан- быуаттарға
Илемә һоҡланырмын!
Written by: Г. Шакирова, Р. Агишев