Songteksten

Үзең белдең микән?
Әллә миннән шулай юри көлдең микән?
Йыр йөҙендә беҙ бит бары ҡунаҡ ҡына
Нахак һүҙләр менән ышаныслар ғына
 
Юҡҡа үпкәләттең, уйламаның артын
Бәғер телә торған йәмһеҙ һүҙләр таптың
Тән яраһы уҙа, йән яраһы ҡала
Ғүмер буйы һине эҙәрлекләп бара
 
Юҡҡа үпкәләттең, беләм кисерермен
Әйткән һүзләреңде артҡа күсерермен
Йөрәгемдә әрнеү бер саҡ һүрелерме
Кире алып булмый калған күңелемде
 
Юҡҡа үпкәләттең, үпкәләттең юҡҡа
Һалдың йөрәгемде дөрләп торған утҡа
Әллә инде үҙем үпкәләнем юҡҡа
Сабыр итсе, йәнем, бәргәләнмә, туҡта
Written by: Валиуллина Айгуль Гумаровна, Хисматуллин Риваль Ринатович
instagramSharePathic_arrow_out