Songteksten

Һағынып көтәм.
Ашҡынып та яндарыңа
Киләм уҙем иркәм
Ҡайғы хәсрәтем юғала
Уҙеңде бер курһәм.
Нурлы йөҙҙәреңә һинең
Бер ҡарайһым килә
Һиҙәһеңме икән иркәм
Йөрәк нисек тибә.
Һиҙҙермәҫкә тырышһам да
Һағынып көтәм-көтәм
Һинең менән, һинең менән
Мин бәхетле иркәм.
Куңел осрашыуҙар көтә
Көндәр уҙған һайын,
Әйтерһең дә һинһеҙ иркәм
Мин бер яңғыҙ ҡайын.
Тулҡын-тулҡын сәстәреңә
Ҡағылаһым килә
Һине нисек һағынғанды
Уҙем генә беләм.
Аңларһыңмы хистәремде
Яратамын тиһәм
Йондоҙ булып яҡтыртаһың
Юлдарымды иртән.
Минең уйҙар һиндә генә
Һиндә генә икән
Минең юлдар һиңә бара
Аңла инде иркәм
Written by: Рустем Шагбалов
instagramSharePathic_arrow_out