Songteksten

Үҙеңә генә һәр саҡ
Хыялы төшөңә керә
Шул юлыңды ташламай
Бар,һин,алға
Ҡанаттарың ҡайрылһа
Күҙ йәштәреңде йотоп
Йөрәгең йыш-йыш типһә
Һин Үҙеңә генә ышан
Бер аҙым атла
Көсөң дә бөтһә
Артҡа ҡарама
Хыялыңа ҡаршы hин бар
һинең яҙмышың ҡыйын булһа ла
Күңелдәге ышанысты
Һин һаҡла
Яңғыҙ,яңғыҙ булһаң да
Ямғыр,ямғыр яуғанда
Уйҙар йөрәкте ярha ла
Хыял ҡошоңдо һаҡла
Ауыр уйҙар килмәһен
Бар йыһандан көс алып
Талпынһын ҡанаттарың
Хыялың ташламаһын
Беләһеңме,күпме аҙашҡан юлсылар
Юғалтып хыялдарын
Түҙемлектәре бөтөп
Күҙ йәштәрен йәшерә
Кеше һүҙҙәрен ишетһәң дә
Үҙ тауышыңды һин тыңла
Нимә әйтерҙәр тип
Бер ҡасан да һорама
Яңғыҙ,яңғыҙ булһаң да
Ямғыр,ямғыр яуған да
Дуҫ бул хыялыңа
Ул һине ташламаһын
Киң офоҡтар асылыр
Хыял ҡошоң талпыныр
Донъя бит шундай матур
Written by: Nara Play
instagramSharePathic_arrow_out