Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Nara Play
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Nara Play
Songwriter:in
Songteksten
Үҙеңә генә һәр саҡ
Хыял төшөңә керә
Шул юлыңды ташламай
Бар һин алға
Ҡанаттарың ҡайрылһа
Күҙ йәштәреңде йотоп
Йөрәгең йыш йыш типһә
Һин Үҙеңә генә ышан
Бер аҙым атла
Көсөң дә бөтһә
Артҡа ҡарама
Хыялыңа ҡаршы hин бар
һинең яҙмышың ҡыйын булһа ла
Күңелдәге ышанысты
Һин һаҡла
Яңғыҙ яңғыҙ булһаң да
Ямғыр ямғыр яуғанда
Уйҙар йөрәкте ярha ла
Хыял ҡошоңдо һаҡла
Ауыр уйҙар килмәһен
Бар йыһандан көс алып
Талпынһын ҡанаттарың
Хыялың ташламаһын
Беләһеңме күпме аҙашҡан юлсылар
Юғалтып хыялдарын
Түҙемлектәре бөтөп
Күҙ йәштәрен йәшерә
Кеше һүҙҙәрен ишетһәң дә
Үҙ тауышыңды һин тыңла
Нимә әйтерҙәр тип
Бер ҡасан да һорама
Яңғыҙ яңғыҙ булһаң да
Ямғыр ямғыр яуған да
Дуҫ бул хыялыңа
Ул һине ташламаһын
Киң офоҡтар асылыр
Хыял ҡошоң талпыныр
Донъя бит шундай матур
Шундай матур
Үҙеңә генә һәр саҡ
Хыял төшөңә керә
Шул юлыңды ташламай
Бар һин алға
Ҡанаттарың ҡайрылһа
Күҙ йәштәреңде йотоп
Йөрәгең йыш йыш типһә
Һин Үҙеңә генә ышан
Written by: Nara Play