Songteksten
Диуана мин, диуана
Донъя менән йыуанам
Донъя минең үҙ өйөм
Донъя моңо үҙ көйөм
Үҙем нисек теләйем
Ерҙә шулай йәшәйем
Бер кемгә юҡ зыяным
Мин тик умырзаямын
Һәр терегә һөйөнәм
Тик үлемгә көйөнәм
Ә хәҙергә ҡыуанам
Диуана мин, диуана
Үҙем нисек теләйем
Ерҙә шулай йәшәйем
Бер кемгә юҡ зыяным
Мин тик умырзаямын
Written by: Айдар Галиевич Хамзин, Рами Ягафарович Гарипов