Topsongs van Гальсар Байгускарова
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Гальсар Байгускарова
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Хальфитдинова Гульнара Нажиповна
Songwriter:in
Айдар Галиевич Хамзин
Songwriter:in
Songteksten
Ете ҡыҙҙы бейегәндә
Һылыу башҡорт ҡыҙҙары,
Күҙҙәре сағыла хатта
Күктәге йондоҙҙарҙың.
Ҡараштарын ергә төбәп,
Аҡҡош кеүек киләләр.
Берҙе генә күҙ һирпһәләр,
Йөрәктәрҙе теләләр.
Намыҫ һаҡлап һыуға батҡан
Ҡыҙҙар килә алдыма.
Тарихтары мәңге йәшәр
Һиҫкәндереп халҡымды.
Ҡуш йөрәкле ете ҡыҙҙың
Исемдәре ҡалмаған.
Бейеүҙәре барыһының
Күңелдәрен ялмаған.
Ҡуш йөрәкле етеҡ ыҙҙың
Толомдарын ел тарта.
Бейеүҙәрен күргән һайын
Һоҡланыуҙарым арта.
Намыҫ һаҡлап һыуға батҡан
Ҡыҙҙар килә алдыма.
Тарихтары мәңге йәшәр
Һиҫкәндереп халҡымды.
Written by: Айдар Галиевич Хамзин, Хальфитдинова Гульнара Нажиповна