Songteksten
Саҡырмасы, кәкүк, ай, ҡаршымда
Саҡырһаңсы ағас башында
Ҡарсығаҡай ҡоштай моңһоҙ инем
Ҡайғы-хәсрәт төштө башыма
Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып
Хәсрәт арттырырға маташып
Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым
Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып
Саҡырмасы, кәкүк, ай, яҡында
Кәкүк өсөн түгел тал-тирәк
Яна ғына тиһәң, ялҡыны юҡ
Ялҡынһыҙ ҙа яна был йөрәк
Written by: Public Domain