Songteksten
Аҙаштырған болан балаһындай
Яңғыҙ башым ситтә интегәм
Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна
Иҫемә төшһә, тыуған илгенәм
Йүгереп кенә мендем тау башына
Гөрләп тә генә килә машина
Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма
Тарих яҙыр инем ташына
Written by: Public Domain