Songteksten

Салауат нисә йәшендә
Йәшел ҡамсат бүрке башында
Булғадир булған, ай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә
Яланда йөрөгән йылҡының
Алалары бар ҙа буҙы юҡ
Яуҙарҙы ҡырған Салауат
Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ
Йүрүҙән һыуы туғайы
Сырлап ҡына осор турғайы
Салауат менән Юлайҙың
Сыңғырайҙыр тимер бығауы
Салауат йөрөгән кир аттың
Ялғынаһын кемдәр тараған
Салауаттың һиҙгер күҙҙәре
Алыҫтарға текләп ҡараған
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out