Songteksten

Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаға баш ҡала
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡаланан һанала
Дошмандарҙан уны яҡлап
Күп ирҙәр башын һала
Ирҙәр үлә, башын һала
Бөтмәҫ дандары ҡала
Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар
Аямай дошман, аямай
Таш ҡоймаһын ваталар
Япондар туп аталар
Порт-Артурҙы ваталар
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ
Ҡысҡырышып яталар
Диңгеҙ өҫтө ҡып-ҡыҙыл ҡан
Эркелеп үлек аға
Ирҙәр үлә, башын һала
Бөтмәҫ дандары ҡала
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out