Top Songs By Ирек Нугуманов
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Ирек Нугуманов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Ирек Нугуманов
Songwriter:in
Lyrics
Бер дуҫым бар бала саҡтан бергә үҫкән
Уның менән мәктәп йылдар гөрләп үткән
Бер дуҫым бар хеҙмәт юлын йәнәш үткән
Бер дуҫым бар көндә хәлде белеп киткән
Бер дуҫым бар динәһеле булып киткән
Һэй, бер дуҫым бар мал үрсетеп донъя көткән
Бер дуҫым бар матур йырҙар ижад иткән
Бер дуҫым бар яҡты йондоҙ булып киткән
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағынаңмы, һағынаңмы һин мине?
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағынам бит, һағынам бит миндә һине?!
Бер дуҫым бар баҫыуҙарҙа иген урған
Бер дуҫым бар юғарыла түрә булған
Бер дуҫым бар утты-һыуҙы бергә уҙған
Ауырлыҡтар килһә ярҙам ҡулы һуҙған
Бер дуҫым бар сирлеләрҙе кеше иткән
Һэй, бер дуҫым бар сит илдәрҙә ғүмер иткән
Бер дуҫым бар себерҙәргә сығып киткән
Бер дуҫым бар яу ҡырында ҡанын түккән
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағыдыңмы, һағындыңмы һин мине?
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағындым бит, һағындым бит миндә һине?!
Бер дуҫҡайым туғанымдай булған ине
Һәр көн һайын хәлдәремде һорай ине
Ул дуҫҡайым мәңге ҡайтмаҫ ергә китеп
Ҡыйын миңә күңел тула, түҙәм инде
Аллам, айырмасы ҡалған дуҫтарымдан
Тормош юлым бергә үтһен улар менән
Ҡайғыларҙы, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып
Йәшәйемсе дуҫтар менән аралашып
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағынаңмы, һағынаңмы һин мине?
Һэ-э-эй дуҫым, дуҫым
Һағындым бит, һағындым бит миндә һине?!
Lyrics powered by www.musixmatch.com