Top Songs By Ильгиз Абдрахманов
Similar Songs
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Ильгиз Абдрахманов
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Ильгиз Абдрахманов
Songwriter:in
Юламанов Галинур Тагирович
Songwriter:in
Lyrics
Яралар уңалыр
Һағыштар юғалыр
Ял итерһең минең ҡосаҡта
Бар донъя таң ҡалыр
Һәм ғәләм һоҡланыр
Беҙҙең шул бәхетле саҡҡа
Тауҙарҙы арттырып
Кәртәләрҙе йырып
Осраштыҡ бит, йәнә осраштыҡ
Яҙмышҡа ус итеп
Хистәрҙе йыр итеп
Һөйөүҙе беҙ таптыҡ тормошта
Һин йылмаяһың
Һин йылмаяһың
Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша
Һин йылмайып ҡына
Ҡарап тораһың
Алыҫтарҙа ҡалған
Йылдар аша
Һин йылмаяһың
Һин йылмаяһың
Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша
Һин йылмайып ҡына
Ҡарап тораһың
Алыҫтарҙа ҡалған
Йылдар аша
Беҙ китербеҙ бергә
Әкиәт иленә
Йондоҙҙар күктә янырҙар
Тик була бит ерҙә
Йондоҙ кеүек ҡыҙҙар
Һинең кеүек сағыу йондоҙҙар
Мин ҡапыл уяндым
Һәм һине тапманым
Ҡараңғы һәм һалҡын бүлмәмдә
Һәм шул саҡ тәҙрәнән
Мин күккә ҡараным
Яҡты нурҙар тулды күңелгә
Һин йылмаяһың
Һин йылмаяһың
Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша
Һин йылмайып ҡына
Ҡарап тораһың
Алыҫтарҙа ҡалған
Йылдар аша
Һин йылмаяһың
Һин йылмаяһың
Миңә ҡарап күҙ йәштәрең аша
Һин йылмайып ҡына
Ҡарап тораһың
Алыҫтарҙа ҡалған
Йылдар аша
Һин йылмайып ҡына
Ҡарап тораһың
Алыҫтарҙа ҡалған
Йылдар аша
Lyrics powered by www.musixmatch.com