Lyrics

Ҡара, ниндәй ҡыҙыҡай? Һис ҡарап туйып булмай Баштарымдан ул сыҡмай Бейеп янымда уйнай Ҡара, ниндәй шуҡ малай? Шаярып һис бер туймай Йөрәгем тыңғы тапмай Бер ҙә туҡтатып булмай Толомдары, ҡаштары Яндыра ҡараштары Ирендәре еләктәй Һәр егеткә эләкмәй Мин уны көттөм оҙаҡ Йөрәккә һалып йоҙаҡ Һәм бына уны таптым Күңелде уға астым Ҡара, ниндәй ҡыҙыҡай? Һис ҡарап туйып булмай Баштарымдан ул сыҡмай Бейеп янымда уйнай Ҡара, ниндәй шуҡ малай? Шаярып һис бер туймай Йөрәгем тыңғы тапмай Бер ҙә туҡтатып булмай Йөрәккә ҡаҙалды уҡ Шундай шәп ул, шундай шуҡ Йылмайыуы иретә Һалҡын ҡышты яҙ итә Янымда арыҫландай Ул һәр саҡ мине һаҡлай Был егет көслө терәк Йөрәк тибә шәберәк Ҡара, ниндәй ҡыҙыҡай? Һис ҡарап туйып булмай Баштарымдан ул сыҡмай Бейеп янымда уйнай Ҡара, ниндәй шуҡ малай? Шаярып һис бер туймай Йөрәгем тыңғы тапмай Бер ҙә туҡтатып булмай
Lyrics powered by www.musixmatch.com
instagramSharePathic_arrow_out