Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
ЙАТАГАН этно-группа
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Ялмурзин Гаяз
Komponist:in
Музыка башкирская народная
Komponist:in
Шакиров Ильдар
Komponist:in
Мифтахетдин Камалетдинович Акмулла
Texte
Songteksten
Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер,
"Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән.
Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.
Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.
Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.
Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.
Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.
Written by: Мифтахетдин Камалетдинович Акмулла, Музыка башкирская народная, Шакиров Ильдар, Ялмурзин Гаяз