Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
MC BASH
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Кунафин Загит Ражапович
Songwriter:in
Songteksten
Алыҫтан һағынып, хистәргә табынып, йәнә абынып, тағын ҡабынып,
Күпме мөмкин мин арынып, бөттөм ҡабат һорамам ялынып.
ҡал тип китмә янымдан, сыҡмайһын аңымдан, һин бар ҡанымда, һәр яҡты таңымда!
Йәнәһе мөхәббәт һағында, ник ысҡынаң ҡосағымдан...
Әйтерһен ярҙа уҡ ултырыр кәмәне тишәһең , ник уга ултырҙың ник диңгеҙгә ишәһең!
Тип ҡысҡыраң, теләп туҡтатырға кешеһен,
Ул имеш ғашиҡ һуҡыр һаңрау эҙләй бәхет ишеген!
Мөхәббәттән аҙашҡан ғашиҡтар доньяһы итерме ҡабул,
Һине мәңге эҙләрмен бында зинһар тап бул!
Көтөрмөн айҙар, көтөрмөн йылдар ышанып һөйөүгә,
Ҡабат бер ниҙә шикләнмәм сыҡ миңә кейәүгә!
Зинһар һин үпкәләмә,
Хистәребеҙ килде селпәрәмә, селпәрәмә!
Зинһар мине иҫләмә, кистәрен һинһеҙ өҙгөләнәм, өҙгөләнәм!
Һине эҙләнем, бер ни һиҙмәнем,
Күпме гиҙгәнем ҡала илдәрен.
Тик һин яттарға киткәнһең (яттарға), Яҙмышым яуыз икәнһең (бик яуыз)
Ә мин яуһыҙ китмәмен, ярһыу сиктәмен,
Еңеүҙең беләмен онотолмаҫ тәмен (тик)
Һиңэ бәхет кенә теләйем, ниңә шулай сыҡты белмәйем!
Ә хәҙер икебеҙ ике ярҙа, юҡ кәмәләр һәм күпер,
Һинһеҙ мин етем кеүек, шулай үтәрме ғүмер?
Һағынһаң шыбырла исемем, йөрәгем ишетер,
Һағынһаң ҡайт яныма, асыҡ ҡалдырам ишекте!
Өмөтләнәм барыбер ышанып яҙмышҡа,
Һине көтәм, ғәфү итәм әгәр яңлышһаң!
Беҙҙең хыялдарҙы күңелдә мәңге һаҡлармын,
Ҡауышһаҡ яңынан - бар өмөттәреңде аҡлармын.
Зинһар һин үпкәләмә,
Хистәребеҙ килде селпәрәмә, селпәрәмә!
Зинһар мине иҫләмә, кистәрен һинһеҙ өҙгөләнәм, өҙгөләнәм!
Зинһар һин үпкәләмә,
Хистәребеҙ килде селпәрәмә, селпәрәмә!
Зинһар мине иҫләмә, кистәрен һинһеҙ өҙгөләнәм, өҙгөләнәм!
Written by: Кунафин Загит Ражапович