Songteksten

Мөлдөрәмә ҡуңел тулышҡанда
Күҙ йәштәрем ташып түгелһә
Бары һиңә ҡайтам әсәй бәғрем
Кайғыларҙан әгәр бөгөлһәм
Үпкәләмә әсәй һиңә ҡайтам
Яндарыңдан һағыш һибелһә
Борсолоуҙар эреп юҡҡа сыға
Һинең ҡулдарыңдан һөйөлһәм
Һирәгерәк ҡайтам әсәй бәгрем
Мәшәҡәттән әҙрәк арынһам
Бала саҡҡа ҡайтҡан кеүек булам
Иңдәреңә килеп һырылһам
Үпкәләмә әсәй һиңә ҡайтам
Яндарыңдан һағыш һибелһә
Борсолоуҙар эреп юҡҡа сыға
Һинең ҡулдарыңдан һөйөлһәм
Үпкәләмә әсәй катмайһың тип
Шатлыҡ ҡыуанысҡа күмелhәм
Йөҙҙәреңде шатлыҡ йәше нурлай
Беҙҙең бәхеттәргә һөйөнһәң
Үпкәләмә әсәй һиңә ҡайтам
Яндарыңдан һағыш һибелһә
Борсолоуҙар эреп юҡҡа сыға
Һинең ҡулдарыңдан һөйөлһәм
Үпкәләмә әсәй һиңә ҡайтам
Яндарыңдан һағыш һибелһә
Борсолоуҙар эреп юҡҡа сыға
Һинең ҡулдарыңдан һөйөлһәм
Written by: Зарипов Радиф Ралифович
instagramSharePathic_arrow_out