Topsongs van Элвин Грей
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Элвин Грей
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Юльякшин Радик Мухарлямович
Songwriter:in
Songteksten
Һалдар аға, ярҙар ҡала
Ағиҙелкәй моңһоу аға
Һал өҫтөндә бер ир бала
Яҙмыштары ҡайҙа таба?
Һалдар аға, ярҙар ҡала
Ниҙәр уйлай был ир бала?
Юлҡайҙары ҡайҙа бара?
Ярҙа һөйгән йәре ҡала
Һалдар аға, ярҙар ҡала
Аҡ яулыҡ та күҙҙән юғала
Ағым һыуҙар көйләй һаман
Яманһыуламай бала
Ағиҙелкәй көйләп аға
Һалдар китә алға таба
Ярҙа һылыу бер ҡыҙ бала
Аҡ яулығын болғап ҡала
Егет күңеле һиҫкәнде
Ни булғанын һиҙмәне
Күҙен һалып яр башына
Ҡулын бары ул иҙәне
Һалдар аға, ярҙар ҡала
Аҡ яулыҡ та күҙҙән юғала
Ағым һыуҙар көйләй һаман
Яманһыуламай бала
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович