Songteksten

Мин һинең яныңа ашығам
 Һин тиеп йүгерәм, ашҡынам
 Тиҙләтәм осрашыу сәғәтен
 Һин минең шатлығым ҙур бәхетем
 
 Ҡулымда розалар бәйләме
 Күңелдә саф хистәр байрамы
 Татлыла осрашыу миҙгеле
 Яныңа мин осоп килдем әле
 
 Ни булды тип минән һорама
 Күҙҙәремә тултрып ҡарама
 Бары тик ошоно мин әйтәм
 Яратам шул мин һине бик
 Яратам шул мин һине бик ныҡ яратам
 Бик ныҡ яратам
 Өҙөлөп яратам
 Өҙөлөп яратам
 
 Ысынлап та ғашиҡ булғандар
 Аҙыраҡ хыялый булалар
 Мөхәббәт шарапһыҙ иҫертә
 Илата, йырлата йә бейетә
 
 Үҙҙәре һөйгәндәр аңларҙар
 Ғашиҡтыр был тиеп уйларҙар
 Шуғала бар донъя янғратам
 Яратам мин һине ныҡ яратам
 
 Ни булды тип минән һорама
 Күҙҙәремә тултрып ҡарама
 Бары тик ошоно мин әйтәм
 Яратам шул мин һине бик
 Яратам шул мин һине бик ныҡ яратам
 Бик ныҡ яратам
 Өҙөлөп яратам
 Өҙөлөп яратам
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out