Songteksten

Кешегә ғүмерҙәр бирелә
 Мең түгел, бары тик бер генә
 Кулымдан төшөрмәм мин һине
 Йәнкәйем, төшөрмәм мәңгегә
 
 Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә
 Шул әсе яҙмыштар ҡулына
 Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә
 Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә
 
 Тиҙ үтә был тормош яҙҙары
 Ә алда-һалҡыны ҡарҙары
 Мин һине өшөтмәм, туңдырмам
 Йәнкәйем, онотма мин барын
 
 Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә
 Шул әсе яҙмыштар ҡулына
 Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә
 Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә
 
 Беҙ икәү бер төнөн, һин дә мин
 Шатлыҡ та ҡайғы ла гел уртаҡ
 Йөрәктәр мәңгегә бәйләнгән
 Мөхәббәт мәңгелек табышмаҡ
 
 Мин һине ташламам мәңгегә-мәңгегә
 Шул әсе яҙмыштар ҡулына
 Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә
 Эй, Хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out