Songteksten

Мин бит Һине бер ҡасан
Онота алмам, онота алмам
Йылмайыуың, көлөүең
Хәтердә ҡалған, күңелдә ҡалған
Һин ҡояшым, һин йондоҙом
Һин шатлығым булғанһың бит
Хәҙер генә мин аңланым
Бәхетемә тыуғанһың бит
Ниңә йыраҡлаштың һуң һин
Ниңә өҙөлдө аралар
Яуапһыҙ ҡала шул был һорауҙар
Мин бит Һине бер ҡасан
Онота алмам, онота алмам
Йылмайыуың, көлөүең
Хәтердә ҡалған, күңелдә ҡалған
Һин йөрәктә, һин күңелдә
Һин сыҡмайһың уйҙарымдан
Үпкәләттем микән әллә
Ниңә киттең яндарымдан
Ҡояшым һин ҡайҙа булдың
Күҙ алдымдан һин юғалдың
Билдәһеҙлектә тороп ҡалдым
Мин бит Һине бер ҡасан
Онота алмам, онота алмам
Йылмайыуың, көлөүең
Хәтердә ҡалған, күңелдә ҡалған
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out