Songteksten

Үҙгәрмәгән һис бер ере, шул уҡ урам буйҙары
Шишмәләргә һыуға бара йырлай-йырлай ҡыҙҙары
Бәпестәре тыуып тора атта ғашиҡтар һаны
Сит ауылда кис кәмемәй һуғышҡа тигән даны
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булһын ошо яҙған йырҙарым
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булһын ошо яҙған йырҙарым
Кис һайын ҡапҡа арт тышына йыйылалар әбейҙәр
Көнбағыш яра яра һаман ләстит һөйләйҙәр
Шул уҡ әтәс иртә һайын ҡысҡыра ла ҡысҡыра
Көтөүсенең сыбыртҡыһы мал ҡыуырға саҡыра
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булыр ошо яҙған йырҙарым
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булыр ошо яҙған йырҙарым
Бер оста ирле ҡатын сарҡ-сарҡ килеп талаша
Көн буйында йәш йөрәк мөхәббәтте аңлаша
Бар тормош ауылдың күренә ос төтөндә
Шул тормошто һағынып йыр йырлайым бөгөндә
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булһын ошо яҙған йырҙарым
Һаумы ауыл, ауылым, яландарым, ҡырҙарым
Һиңә генә бүләк булһын ошо яҙған йырҙарым
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out