Topsongs van Элвин Грей
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Элвин Грей
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Юльякшин Радик Мухарлямович
Songwriter:in
Songteksten
Алмағас сәскә атмаһа
Үҫте ни үҫмәне ни
Алманы ҡорттар ашаһа
Беште ни бешмәне ни
Һөйгәнем һине һөйәм
Һөйҙөң ни һөймәнең ни
Ул һинең өсөн көймәһә
Көйҙөң ни көймәнең ни
Һөйгәнең һине һөймәһә
Һөйҙөң ни һөймәнең ни
Ул һинең өсөн көймәһә
Көйҙөң ни көймәнең ни
Һүҙҙәрең елгә осалар
Әйттең ни әйтмәнең ни
Һине һағнып көтһәләр
Ҡайттың ни ҡайтманың ни
Эшләп тирләһә ҡулың
Йыуҙың ни йыуманың ни
Тыуғаҫ та булмаһаң юлың
Тыуҙың ни тыуманың ни
Һөйгәнең һине һөймәһә
Һөйҙөң ни һөймәнең ни
Ул һинең өсөн көймәһә
Көйҙөң ни көймәнең ни
Белмәһәң шишмәнең телен
Тыңланың тыңламаның
Йырламаһалар йырыңды
Йырланың йырламаның
Эшләп тирләмәһә ҡулың
Йыуҙың ни йыуманың ни
Тыуғаҫ та булмаһаң юлың
Тыуҙың ни тыуманың ни
Һөйгәнең һине һөймәһә
Һөйҙөң ни һөймәнең ни
Ул һинең өсөн көймәһә
Көйҙөң ни көймәнең ни
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович