Songteksten

Ул бейектәге йондоҙ
Һәм иҫ киткес ул йырлай
Уға булған серле мөхәббәтеңде
Тыныслыҡты бирмәй
Булған буш ваҡытыңды тик йырҙарына бүләң
Һәм плакаттары менән эленгән
Эленгән һинең бүлмәң
Тик һылыу онот, онот юй мәңгегә
Хәтереңдән һин уны
Ул ысын түгел, ул журнал битенән
Һылыу, аңла һин шуны
Һөйөүеңде белдереп уға хаттар яҙаһың
Ләкин белмәй ҡайҙа ебәрергә
Уларҙы һин яҙаһың
Ҡара күпме егеттәр артыңдан йүгерәләр
Ә һиңә кәрәк тик ул, кәрәк тик ул
Тама һинең йәштәрең
Тик һылыу онот, онот юй мәңгегә
Хәтереңдән һин уны
Ул ысын түгел, ул журнал битенән
Һылыу, аңла һин шуны
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out