Songteksten

Һылыуҡай, ниңә мине һиҙмәйһең
Матурҡай, ниңә миңә бирмәйһең
Үҙеңдең кесә телефоныңдың
Һандарын яҙып ҡына бирмәйһең
Көндә урамда һине күрәмен
Яныңа барырға ояламын
Көндә күҙемде һиңә ҡыҫамын
Тик күрмәйенсә үтеп китәһең
Ай ай ай, берҙән-берем матурҡай
Ай ай ай, яратам һине генә
Ай ай ай, тик һин миңә бирмәнең
Ай ай ай, телефон һандарын
Һин ҡыҫҡа күлдәк кейеп алаһың
Егеттәрҙең башын ҡатыраһың
Ҡасан беҙ бергә генә булырбыҙ
Ҡасан ныҡ ҡына яратышырбыҙ
Һин минең аҡҡошом, күбәләгем
Ниңә генә һин миңә бирмәнең
Үҙеңдең кеҫә телефоныңдың
Һандарын һин яҙып ҡалдырманың
Ай ай ай, берҙән-берем матурҡай
Ай ай ай, яратам һине генә
Ай ай ай, тик һин миңә бирмәнең
Ай ай ай, телефон һандарын
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out