Songteksten

Төндәр буйы күҙ алдымда
Яраттырҙың һин, яндырҙың
Бергә булмаҫты белһәк тә
Һуң һин мине ышандырҙың
Инде ни эшләргә миңә
Һинһеҙ йәшәү юҡ был донъяла
Ә йөрәк күптән инде белде
Була алмайбыҙ беҙ бергәләп
Бер йылы һүҙең етә
Бер ҡарашың иретә
Һин генә ҡотҡараһың
Утлы йөрәк ялҡынын
Яратҡанды беләһең
Яуаптар ебәрмәйһең
Һөйләшәйек, аңлашайыҡ
Мөхәббәт ул шаярмай.
Һинән башҡа бер йәм юҡ миңә
Шуны исмаһам һин аңла
Бергә үткәргән көндәрҙе
Яндарыма һин киләһең
Бер йылы һүҙең етә
Бер ҡарашың иретә
Һин генә ҡотҡараһың
Утлы йөрәк ялҡынын
Яратҡанды беләһең
Яуаптар ебәрмәйһең
Һөйләшәйек, аңлашайыҡ
Мөхәббәт ул шаярмай.
Яратҡанды һин беләһең
Яуаптар миңә бирмәйһең
Йөрәкте ярып хистәр һала
Юҡ мы әллә ул мөхәббәт
Бер йылы һүҙең етә
Бер ҡарашың иретә
Һин генә ҡотҡараһың
Утлы йөрәк ялҡынын
Яратҡанды беләһең
Яуаптар ебәрмәйһең
Һөйләшәйек, аңлашайыҡ
Мөхәббәт ул шаярмай.
Written by: Юльякшин Радик Мухарлямович
instagramSharePathic_arrow_out