Vergelijkbare songs
Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Ильнур Лукман
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Лукманов Самигулла Радимович
Songwriter:in
Гиззатуллина Ануза Раисовна
Songwriter:in
Songteksten
Һин киттең, йөрәктә тик бушлыҡ ҡалдырып
Хуш, һөйөү. Хушығыҙ, хистәрем
Тик ниңә йәнемде телгеләй - телгеләй
Төшәһең иҫемә йәнә кистәрен?
Һүҙҙәр ҡалды әйтелмәгән
Хистәр - бүләк ителмәгән
Күктә янды яҡты йондоҙ
Тик беҙҙекке түгел
Ҡалдыңдамы һин йыраҡта?
Ҡалдыңдамы ҡаршы ярҙа?
Үкенестәр - араларҙа
Һин минеке түгел
Ҡыйын икән йөрәктән алыу һөйөүҙе
Был һөйөү булдымы яңлыштан?
Аңламай һис бер кем ярһыған күңелде
Кем еңер был татлы яҙмышта?
Һүҙҙәр ҡалды әйтелмәгән
Хистәр - бүләк ителмәгән
Күктә янды яҡты йондоҙ
Тик беҙҙекке түгел
Ҡалдыңдамы һин йыраҡта?
Ҡалдыңдамы ҡаршы ярҙа?
Үкенестәр - араларҙа
Һин минеке түгел
Written by: Гиззатуллина Ануза Раисовна, Лукманов Самигулла Радимович