Credits
AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
ЕТЕГӘН
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Тагир Ильгамов
Songwriter:in
Songteksten
Көтмәгәндә яҙмыш осраштырҙы
Ап-аҡ ҡарҙар яуған урамда
Һинең менән икәү тағы бергә
Аҙашырға ине буранда
Төштәремдә күрәм һине һаман
Һис онота алмам үткәнде
Һағыштарым күмеп күңелемде
Белһәң ине өҙөлөп көткәнде
Айлы ғына төндә юлға сығып
Күҙҙәреңдең тоймай талғанын
Көтәм белмәйенсә бурандарҙы
Юлдарыма көрттәр һалғанын
Төштәремдә күрәм һине һаман
Һис онота алмам үткәнде
Һағыштарым күмеп күңелемде
Белһәң ине өҙөлөп көткәнде
Ҡабатланмаҫ тәүге осрашыуҙар
Аҙашһаҡ та ҡабат бурандарҙа
Ҡултыҡлашып уҙа башҡа парҙар
Аҡ йондоҙҙар яуған урамда
Written by: Тагир Ильгамов