Verschijnt in

Credits

AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Hazina
Hazina
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Арслан Ахметов
Komponist:in
Азамат Мухамедьянов
Songwriter:in

Songteksten

Алты егет бергә килгән,
Инһендәрме, еңгәкәй?
Яусыларға килгән микән,
Береһе бигерәк бәләкәй.
Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Бәләкәйен керетмә.
Бишеһенән береһен һайла,
Ҡалған дүртен йөрөтмә.
Кемде генә һайлайым
Шуның йырын һайрайым
Эсер ҡымыҙ айранын
Көн дә булыр байрамы
Кемде генә һайлайым
Шуның йырын һайрайым
Эсер ҡымыҙ айранын
Көн дә булыр байрамы
Иремдән кәрәкмәй алтын - көмөш
Мине янып яратырға ғына тейеш
Өй төҙөр йәтеш, булыр йылы мөйөш
Йыл һайын үҫер беҙҙең арабыҙҙа һөйөш
Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Алтыһы алмаҫ, береһе алыр,
Алтыһы алмаҫ, бәләкәйен керетмә.
Байғужаһы бисәле,
Сурағолмо? Китсәле!
Сәлихьяндың юҡ аты
Иш түгел Иштуғаны;
Һайлай торғас эсем бошто
Күңел төшмәй Хәйҙәргә
Киләсәктәге Тормошто
Кем менән һуң бәйләргә?
Берәүһен дә оҡшатмаһам мин бөгөн
Һайлайым инде атыу кескәйен
Үҙем үҫтерермен уны бил бөгөп
Туп кеүек бәләкәй кейәүкәйем
Written by: Азамат Мухамедьянов, Арслан Ахметов
instagramSharePathic_arrow_out