Credits

AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Timur Yamalov
Timur Yamalov
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Тимур Ямалов
Songwriter:in

Songteksten

Аҙымдар тауышы шымыраҡ
Беҙҙең арала тағын ямғыр
Юлды яҡтыртҡан йондоҙ йыраҡ
Һәм атылды нисәнсе тапҡыр
Ә мин һаман да яңылышам
Тойғолар минең өсөн уйын
Тик зинһар өсөн миңә ышан
Һинең яныңа ҡайтҡан һайын
Сыҙап булмаған саҡта
Һиңә бер үтенесем бар
Алып ҡайт мине
Алып ҡайт мине өйгә зинһар
Сыҙап булмаған саҡта
Һиңә бер үтенесем бар
Алып ҡайт мине
Алып ҡайт мине өйгә зинһар
Һорама һағындың мы тейеп
Һәм ҡайҙа илтте тейеп яҙмыш
Мин тик һағыш битлеген кейеп
Йылмайырмын һиңә яңылыш
Бәлки мин бүтән яңылышмам
Тойғолар булмаҫ ябай уйын
Тик зинһар өсөн миңә ышан
Һинең яныңа ҡайтҡан һайын
Сыҙап булмаған саҡта
Һиңә бер үтенесем бар
Алып ҡайт мине
Алып ҡайт мине өйгә зинһар
Сыҙап булмаған саҡта
Һиңә бер үтенесем бар
Алып ҡайт мине
Алып ҡайт мине өйгә зинһар
Written by: Тимур Ямалов
instagramSharePathic_arrow_out