Muziekvideo

Ауылымдың һағындыра таңдары
Ауылымдың һағындыра таңдары bekijken op YouTube

Verschijnt in

Credits

AUSFÜHRENDE KÜNSTLER:INNEN
Ilgizmo
Ilgizmo
Künstler:in
KOMPOSITION UND LIEDTEXT
Ильгиз Муллагалямов
Songwriter:in

Songteksten

Юлдарым ята тағы тыуған яҡтарыма
Йылғалай ята ағып бейек тауҙарынан
Ишкәндәй булам уҙем йөҙгәндәй кәмәлә
Нимәнелер ҡыуып етер кеүек хәлдә
Йылғалай аға йылдар бармаҡ аша ҡомдай
Ҡом сәғәтендәй әйләндереп ҡуйып булмай
Йәшлектең тамен белер кәрәк йәш сағыңда
Ниһәйәт ҡайтам тыуған яғыма
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Хәтерҙә ҡалған хәҙер бары иҫтәлектәр
Күпмелер ҡалған әле ваҡыт көндәлектә
Йәшәргә яҙһын, Хоҙай, бир аң һәм түҙемлек
Һәр миҙгелдең матурлығын күреп
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Хәҙер ул ҡыҙҙың үҙенең бар балалары
Тартманы үҙен бер ҙә сит ил-ҡалалары
үҙе кесерткән тотоп эшсән ҡулдарына
Малайҙарҙы кыуа ҡыҙынан
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ҡосағында батып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Ауылымдың һағындыра таңдары
Оҙатҡан һылыу ҡапҡаһы яндары
Төн үткәнде һиҙмәй ирендәрен татып
Ҡыуылам әсәһенән әрләнеп
Written by: Ильгиз Муллагалямов
instagramSharePathic_arrow_out