Songteksten

Һөйә ме мине һөймәй ме тип
Юрама һин хистәремде
Башҡалар түгел, мин үҙем дә
Аңламайым бит йәнемде
Беләм, ауыр булған саҡтарҙа
Таяныр башҡа кешем юҡ
Тик барыбер һинең яныңда
Үҙемде бәйләр көсөм юҡ
Бул һин янымда, һалҡын ҡыштарҙа
Яҙын ҡарҙар булып ирермен
Сәскә атмаһам,йәмле йәйҙәрҙә
Көҙөн япраҡ булып яуырмын
Көтмә мине үҙең көткәндә
Талдырма ике күҙеңде
Ваҡытласа ғына булһа ла
Үҙемә ҡалдыр үҙемде
Сабырлыҡ төбө һары алтын
Беләһең минән яҡшыраҡ
Күп миҙгелдәр аша һынауҙар
Һөйөүөм булыр татлыраҡ
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out