Songteksten

Алты егет бергә килгән
Инһендәрме, еңгәкәй?
Яусыларға килгән микән
Береһе бигерәк бәләкәй
Алтыһы алмаҫ, береһе алыр
Бәләкәйен керетмә
Бишеһенән береһен һайла
Ҡалған дүртен йөрөтмә
Байғужаның бисәһе бар
Һайлап торма уныһын
Сурағолда бисә тормай
Һайлаһаң — хур булырһың
Сәлихъянын һайлар инем
Аты ла юҡ йөрөргә
Киске кейәүем тимәһәң
Төҫө лә юҡ күрергә
Иштуғаны иш була алмай
Күңелем төшмәй Хәйҙәргә
Инде, еңгәм, нишләйем һуң
Берәү ҙә юҡ һайларға
Берәүһен дә оҡшатмаһам
Һайла шул бәләкәйен
Үҙең ҡарап үҫтерерһең
Туп кеүек кейәүкәйең
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out