Songteksten

Елбер-елбер ел иҫкәндә
Тулҡын уйнай күлдәрҙә
Иркәмде иркәләгеҙ, тип
Үҙем ҡуштым елдәргә
Елбер-елбер ел иҫкәндә
Бөркән зәңгәр шәлеңде
Иртән иҫкән яҙғы елдән
Һора минең хәлемде
Елбер-елбер ел иҫкәндә
Эйелә-һығыла бөҙрә тал
Ел шикелле ҡайттым, иркәм
Тиҙрәк сығып ҡаршы ал
Елбер-елбер ел иҫкәндә
Тынғы белмәй аҡ ҡайын
Һағынып ҡайттым, кил яныма
Кил, ҡояшым, кил, айым
Written by: Public Domain
instagramSharePathic_arrow_out