Songteksten
Күңелең киҫек булһа ла
Булһа ла тәрән яра
Керфегең түбән ҡаҙама
Аҡҡан һыуҙарға ҡара
Өмөттәрең өзөлгәндә
Аҡҡан һыуҙарга ҡара
Ниҡәҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба
Булыр инде был донъяның
Тетрәнеп алған сағы
Дер һелкенеп алған сағы
Уттара һалған сағы
Донъялар ниндәй булһа ла
Бары сыҙарга ҡала
Сабырлыктарың һыңғанда
Аҡҡан һыуҙарга ҡара
Сабырлығыңды һындырма
Аҡҡан һыуҙарға ҡара
Ниҡәҙәр ауыр булһа ла
Ағым һыу юлын таба
Written by: Public Domain