Topsongs van Рамазан Янбеков
Songteksten
Йәйләүҙәргә барҙыҡ, бейәләр һауҙыҡ
Башкүнәккәй, башкүнәккәйҙәрҙе лә ҡулға элеп
Ерән ҡашҡа атҡайым да
Башын сайҡай малҡайым
Алдарында һолоһо бөтһә
Һыҙыла йөрәк майҡайым
Эй-й... һыҙыла йөрәк майҡайым
Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ
Китәһегеҙ, китәһегеҙ инде лә ҡуҙғалып
Ерән ҡашҡа атҡайым да
Елдәр тарай ялҡайын
Эйәрләгән егетеңде
Ташлап ҡайтма, малҡайым
Эй-й... ташлап ҡайтма, малҡайым
Йәйләүҙәрҙе ташлап, ҡоралды алып
Беҙ китәбеҙ, беҙ китәбеҙ менеп тә аттарҙы
Ерән ҡашҡа атҡайым да
Арымай сабыр малҡайым
Эйәрендә егете барҙа
Бойоғоу белмәҫ малҡайым
Эй-й.. бойоғоу белмәҫ малҡайым
Иҫән генә булығыҙ, ҡайғырмағыҙ
Йыш яҙығыҙ, йыш яҙығыҙ яуап та хаттарҙы
Ерән ҡашҡа атҡайым да
Башын сайҡай малҡайым
Походтарҙан иҫән ҡайтһаҡ
Уҡалармын ялҡайын
Эй-й... уҡалармын ялҡайын
Written by: Public Domain