Topsongs van Мухаматьян Казакбаев
Songteksten
Буранғол улы Ҡаһарман
Кантон ине бер зама
Ҡаһарман кантон ҡытатский
Ник булдың штатский
Шаһиҙә һиңә барыр ине
Булмаһаң штатский
Ҡылысын тағып йөрөйҙер
Кантонмын тиеп һаман
Ҡаһарман кантон ҡытатский
Ник булдың штатский
Ҡаһарман кантон һиңә барам
Булмаһаң штатский
Ҡаһарман кантон – ғәййәр ир
Штатский оҡшамай
Ҡаһарман кантон ҡытатский
Булдың шул штатский
Шаһиҙәһе барам тигән
Булмаһаң штатский
Петербурҡа үҙе барған
Штатлыҡҡа ышанмай
Ҡаһарман кантон ҡытатский
Ярамай штатский
Шаһиҙәһе лә ҡарамай
Булғанға штатский
Written by: Public Domain