Songteksten
Порт-Артур тигән таш ҡала
Күп ҡалаларға баш ҡала
Һары диңгеҙ буйҙарында
Ҙур ҡалаларҙан һанала
Ай-һай, Порт-Артур
Була торғайның матур
Порт-Артур тигән ҡалаға
Япондар туп аталар
Аямай дошман, аямай
Таш ҡоймаһын ваталар
Ай-һай, Порт-Артур
Була торғайның матур
Дошмандарҙан уны яҡлап
Күп ирҙәр башын һала
Ирҙәр үлә, башын һала
Бөтмәҫ дандары ҡала
Ай-һай, Порт-Артур
Була торғайның матур
Япондар туп аталар
Порт-Артурҙы ваталар
Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ
Ҡысҡырышып яталар
Written by: Public Domain