Songteksten

Мөхәббәт булмай был йәштә
Мөғжизәләр була төштә
Хазина бит була көршәктә
Ә мин таптым уны тышта
Балҡып торған бер ҡояшты
Яраланған яңғыҙ аҡҡошто
Яраланған яңғыҙ аҡҡош
Күҙҙәреңдә - наҙлы һағыш.
Мин бит һине эҙләп тапҡан инем
Ана шулай ошо йәштә
Тотоп алдым тиле ҡошто
Ысҡындырмаҫ инем ҡулымдан
Тота алманым - осоп китте
Ер шарының аръяғына
Йөрәгемде алып янына
Даръяларҙың ярып боҙон
Яраларҙың ялап тоҙон
Барыр инем дә бит яныңа
Ағас япраҡтары һары
Ә күңелдең тағы яҙы
Тиле ҡошом, бәлки ҡайтырһың.
“Бабайым”,- тип наҙлап һөйөп
I love you, my baby тиеп
Осрашырбыҙ әле моғайын
Яраланған яңғыҙ аҡҡош
Күҙҙәрендә наҙлы һағыш
Осрашырбыҙ әле моғайын көн һайын
Written by: Нажип Юлдашбаев
instagramSharePathic_arrow_out